Версия для слабовидящих

Главная » Новости » Йыл әйләнәһенә бергә!

Йыл әйләнәһенә бергә!

 

Бөгөнгө көндө 69-сы белем биреү үҙәгендә мәктәпкәсә йәштәге балалар менән башланғыс класс уҡыусылары араһында бәйләнеш булдырыу төп бурыс булып тора. Ошоға нигеҙләнеп, йыл әйләнәһенә мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө эшләгән эштәргә йомғаҡ яһап, мәктәп сиктәрендә матур сара үткәрелде. Балалар мәктәп тураһында шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап, матур бейеүҙәр башҡарып тамашасыларҙы таң ҡалдырһалар, ә 3-сө класс уҡыусылары башкорт халык әкиәте ‘’Өс ҡыҙ’’-ҙы сәхнәләштереп күңелдәрҙе яуланылар. Бындай сара 69-сы белем биреү үҙәгендә мәктәпкәсә тәрбиәләнгән төркөмдәге балаларҙың башланғыс класс уҡыусылары менән һәр саҡ бәйләнештә тороуҙарын, тығыҙ аралашыуҙарын, тыуған илгә, башҡорт теленә ҡарата ыңғай ҡарашта булыуҙарын дәлилләй

 

Комментарии закрыты.