Версия для слабовидящих

Главная » Новости » Беҙ-тәбиғәт балалары.

Беҙ-тәбиғәт балалары.

Беҙ-тәбиғәт балалары.

Тыуған яҡ, Тыуған ил, Тыуған ер һәр кем өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Ләкин тыуған ерҙе яратыу, уның байлыҡтары менән маҡтаныу ғына етмәй әле. Уның тураһында ҡайғыртырға, тәбиғи байлыҡтарын һаҡларға, уларҙы дөрөҫ файҙалана белергә лә кәрәк.

Тәбиғәт йомарт, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле. Әммә бөгөнгө көндә ошо гүзәл бай төбәгебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ кешелек донъяһына ҡурҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәт байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу хәҙерге ваҡытта ҙур проблемаға әйләнде.Шуның өсөн дә 2017 йыл        » Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы » булараҡ үтә.

 69-сы  белем биреү үҙәге уҡыусылары  ла Экология һәм айырыуса  һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы  сиктәрендә үткән сараларҙа актив ҡатнаша. Эргәбеҙҙә генә урынлашҡан  Непейцевский дендропарк  биләмәһен һаҡлау, бысратмау өсөн төрлө эштәр башҡаралар.

Рита Фәнил ҡыҙы етәкселегендә  5Б класс уҡыусылары яҙҙын беренсе көндәрен дә үк сыйырсыҡ оялары элделәр. Ауырыу, һынған, артыҡ ботаҡтарҙы ҡырҡып, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү маҡсатынан

ағас олондарын ағартып,  сүп-сарҙан таҙартып   экологик субботниктар үткәрҙеләр.

Бындай сараларҙың маҡсаты – уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү.

 Башҡорт теле уҡытыусыһы

Юльметова Нира ҡасим ҡыҙы.

 

 

 

 

Комментарии закрыты.