Версия для слабовидящих

Главная » Новости » Лариса Абдуллина менән осрашыу.

Лариса Абдуллина менән осрашыу.

Лариса Абдуллина менән осрашыу.

Китап – белем шишмәһе, тиҙәр. Ә нәфис әҙәбиәт кешене рухи яҡтан байытыусы, әхлаҡ ҡағиҙәләрен төшөндөрөүсе, ауыр саҡта кәңәш биреүсе сығанаҡтарҙың береһе. 69-сы белем биреү үҙәгендә ошо темаға арналған саралар, шиғриәт минуттары, тыуған төйәгебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре, яҙыусылары менән осрашыуҙар уҙғарылып тора.

20- се апрель көндө йәш шағирә, тәржемәсе Лариса Хәшим ҡыҙы Абдуллина беҙгә ҡунаҡҡа килде. Белем үҙәге уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусылары уның менән матур осрашыу кисәһе ойошторҙо.

Осрашыу бик йәнле үтте. Яҙыусыға тормош юлы, ижады, алдағы пландары буйынса бик күп һорауҙар бирелде. Уҡыусыларҙың актив булыуҙары яҙыусының күңеленә хуш килде.

Беҙ Лариса апайҙың һөйләүен йотлоғоп, һоҡланып тыңлап ултырҙыҡ. Ул уҡыусыларыбыҙҙы изгелеккә, игелеккә, яҡшылыҡҡа, нәфис әҙәбиәтте, китапты һөйөргә өндәне. Осрашыу һуңында йәш шағирә үҙенең китаптарын да бүләк итте.

Лариса Хәшим ҡыҙына, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә ҡатнашҡаны, ижади хеҙмәттәре, 69-сы белем үҙәгенә килеп йәнле әңгәмә ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм уға ижади уңыштар,ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләп ҡалабыҙ.

 

Н.К.Юльметова, башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Комментарии закрыты.